вторник, 14 июля 2015 г.

Грецияның “һулдары” “Сириза”ны хыянат итеүҙә ғәйепләй.


Греция парламенты бинаһы алдында манифестанттар идара итеүсе фирҡәнең әләмен яндыра,“һулдар” “Сириза”ны хыянат итеүҙә ғәйепләй.

Активистар Алексис Ципрасты һайлау алдынан “билбауҙы ҡыҫып бәйләү” сәйәсәтенән ҡотолорға вәғәҙә биреүен боҙоуы өсөн ғәйепләй, ул, референдум үткәреп, халыҡтың яҡлауына ла иреште, әммә барыбер аҙаҡ кредиторҙарҙың талаптарына ризалашты.

-Был килешеү- һәләкәт, мин шулай булыр тип уйлағайным да: еврозонала йүнле эш килеп сыҡмауы көн кеүек асыҡ. Унда барыһы ла бандиттар, финансты үлтереүселәр,-ти бер ҡатын.

Греция етәкселегендә лә Брюсселдең алама уйы хаҡында фекерҙәр яңғырай.
Грецияның оборона министры Понос Камменос барыһы өсөн дә Берлинды ғәйепләй:

-Премьер-министр Германия һәм Нидерландтар, Финляндия һәм Балтика илдәре ойошторған заговор менән осрашты. Эш туранан-тура шантажға барып етте: Греция премьерына банктар коллапсы һәм “депозиттарҙы ҡырҡыу” менән янанылар.

Шаршамбыға ҙур забастовка тәғәйенләнгән: урамдарға бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре сығасаҡ, аптекалар ҙа ишектәрен ябасаҡ.

Банктарҙың ҡасан асылыуы аныҡ ҡына билдәле түгел: банкоматтарҙан аҡса алыуға сикләүҙәр әле булһа бөтөрөлмәгән.








Комментариев нет:

Отправить комментарий