вторник, 14 июля 2015 г.

Греция: оппозиция Ципрас яҡлы.


Грецияның төп оппозиция фирҡәләре Алексис Ципрас хөкүмәтенең халыҡ-ара кредиторҙар менән реформалар байына өсөнсө ярҙам программаһын алыу хаҡындағы килешеүен хуплап ҡабул итте. Премьер-министр яһарға мәжбүр булған ҡайһы бер ташламалар уның һайлау алдынан биргән вәғәҙәләренә тап килмәй, шуға күрә һайлаусыларҙың бер өлөшө һәм фирҡә буйынса арҡаҙаштары быны ғәйепкә алды.

Килешеү Грециялағы хәлдәрҙең хөртәйеүен һәм граждандарҙың килемдәре түбәнәйеүен күҙ уңында тота,-ти аналитик.-”Сириза” яҡлылар быны үҙҙәре үк тоясаҡ. Премьер-министр Брюсселдә бынан һаҡланырға тырышты, әммә килеп сыҡманы.”

Был килешеү Греция сәйәси системаһын шартлатыуы ла ихтимал ине,-ти бер политолог. -Тик, һиҙемләүемсә, Ципрас әфәнде оппозиция ярҙамы арҡаһында бынан ҡотоласаҡ.”

Шәмбе көн парламентта хөкүмәттең кредиторҙар менән килешеү хаҡындағы тәҡдимен ”Сириза”ның 32 депутаты хупламаны тиергә була. Идара итеүсе коалиция уларҙың тауышын юғалтһа, күпселекте лә юғалта. Ципрасҡа яҡын арала уҡ оппозиция фирҡәләре менән милли берҙәмлек хөкүмәтен төҙөргә һәм сентябрь-октябргә ваҡытынан алда һайлауҙар үткәреү тураһында иғлан итергә тура килеүе мөмкин.

Брюсселдә Алексис Ципрас төҙөгән килешеү ил эсендәге сәйәси проблемаларҙы хәл итмәне, уларҙы тәрәнәйтеп кенә ебәрҙе,-тип Афинанан хәбәр итә Стаматис Яннисис.-Грецияның хәҙерге заман тарихында иң йәш премьер-министрға бирелгән мандат иң ҡыҫҡаһы булыуы ла ихтимал.”






Комментариев нет:

Отправить комментарий