вторник, 14 июля 2015 г.

Венгрия Сербия сигендә ҡойма ҡоя башланы.


Венгрия, легаль булмаған миграциянан ҡотолоу өсөн, Сербия сигендә 4 метрлыҡ ҡойма ҡоя башланы. Төҙөлөш эштәре Морахалом ҡалаһы биҫтәһе янында 150 метр оҙонлоғондағы эксперименталь участокта башланды.

Әлеге мәлдә бульдозерҙар төҙөлөш майҙанын әҙерләй. Был эштә илдең ҡораллы көстәре файҙаланыла. Венгрияны Сербиянан айырып торған 175 километрға һуҙылған стена барлыҡҡа киләсәк. Элегерәк, иммигранттарҙан ҡотолоу маҡсатында, бындай кәртәне Греция, Болгария һәм Испания ла ҡойғайны.

Виктор Орбан хөкүмәтенең стена төҙөү тураһындағы закон проектын Венгрия парламенты 6 июндә раҫлағайны. Ҡасаҡтарға һыйыныу урыны биреү ҡағиҙәләре лә ҡатыланды.

Будапешт ҡалаһынан 180 километр алыҫлыҡта башланған төҙөлөшкә бер нисә ай кәрәк буласаҡ. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2015 йылдың башынан Венгрияға Сүриәнән, Афғанстандан һәм Ирактан 78 мең легаль булмаған мигрант үтеп ингән, шуларҙың 77 меңе- Сербиянан.


Комментариев нет:

Отправить комментарий