понедельник, 13 июля 2015 г.

ЕС баҙарҙары Греция буйынса килешеүҙе оптимизм менән ҡабул итте.


Грецияға өсөнсө ярҙам программаһы хаҡындағы килешеүгә Европа баҙарҙары төп индекстарҙың ҡапыл артыуы менән яуап бирҙе. Дүшәмбе иртән Лондон биржаһының төп индексы -1%, Франкфурттыҡы һәм Париждыҡы 1,5 процентҡа күтәрелде.

Грецияға 3 йылға иҫәпләнгән яңы финанс ярҙамы пакеты 90 миллиард евро самаһы булыр тип көтөлә. Был аҡсаларҙың яртыһынан күбе туранан-тура Греция иҡтисадына инвестицияланасаҡ. Яуап итеп Афина реформалар(НДС-ты күтәреү, пенсия реформаһы) үткәрергә һәм дәүләт милкен приватизацияларға тейеш була.





Комментариев нет:

Отправить комментарий