Бөгөн
Киевта “Уң сектор” һәм тәртип һағы
органдарының бәрелеше булған Карпат
аръяғындағы хәлдәр буйынса Милли именлек
советының ашығыс ултырышы үтәсәк.
Эске
эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса,
6 милиционер зыян күргән, “Уң сектор”
иһә ике көрәштәшенең үлеме хаҡында
һөйләй.
Милләтселәр
бөтә ил буйынса срокһыҙ ҡаршылыҡ акцияһы
уҙғарырға саҡырҙы; уларҙың һүҙҙәре
буйынса “Уң сектор”ҙың ике тиҫтә самаһы
батальоны Киевҡа юл тоторға әҙер.
“Уң
сектор” милицияны контрабанда менән
шөғөлләнгән енәйәтселәргә булышыуҙа,
ә тәртип һағында тороусы органдар
милләтселәрҙе енәйәтсел структураларҙы
үҙ контроле аҫтына алырға маташыуҙа
ғәйепләй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий