вторник, 21 июля 2015 г.

Хакерҙар 37 миллион хыянатсыны фаш иткән.


Хакерҙар 37 миллион кешенең йәшерен мәғлүмәттәренә эйә булған- хәләл ефеттәренә хыянат итергә теләүселәрҙе хеҙмәтләндергән Канаданың ashleymadison.com ресурсы һөжүмгә дусар булған. Сайтты ватыусылар интим фотоларҙы һәм банк карталары хаҡында мәғлүмәттәрҙе ҡулға төшөргән. Ул мәғлүмәттәрҙең бер өлөшөн селтәрҙә урынлаштырғандар.

Сайт хужалары хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий