среда, 22 июля 2015 г.

Климат үҙгәреүе арҡаһында, Лондон һәм Пекин юҡҡа сығыуы ихтимал.


Метеорология күҙәтеүҙәре алып барыла башлағаны бирле, беҙҙең планеталағы быйылғы июнь иң эҫе ай булды- был турала АҠШ-тың Океандар һәм атмосфераны тикшереү идаралығы хәбәр итә. Эксперттар әйтеүенсә, глобаль йылыныу күҙгә бәрелеп тора: 2015 йылдың тәүге яртыһы уғата йылы булды. 2014 йылда ла юғары температуралар рекорды теркәлеүе белгестәрҙе борсоуға һала.

Эҫе һауа бөтә континенттарға таралды, айырыуса Пакистанда был ныҡ һиҙелде: бығаса күрелмәгән юғары температуранан меңдән ашыу кеше зыян күрҙе. Эҫелек ҡорбандарының күбеһе- Синд провинцияһы халҡы. Был региондың ҡайһы бер ҡалаларында термометр бағанаһы 49 градусҡа ҡәҙәр күтәрелде.

Күрше Һиндостанда ла хәлдәр ауыр. Унда эҫенән 400-ҙән ашыу кеше һәләк булған. Бындағы температура 47ºC булып киткән. Властар урындағы хәстәханаларҙы ғәҙәттән тыш хәл режимына күсерҙе. Белгестәр һүҙҙәре буйынса, дәүләттәр тарафынан глобаль йылыныуҙың граждандар һаулығына, ғүмеренә етди хәүеф тыуҙырыусы булараҡ ҡабул ителергә тейешлегенә бер дәлил был.

Science журналындағы мәҡәләлә ғалимдар раҫлауынса, донъя океаны кимәле 6 метрға күтәрелеүе ихтимал. Был иһә, Лондон һәм Пекинды ла индереп, күп дәүләттәрҙең баш ҡалаларына янай. Планетабыҙ температураһын 2 градусҡа кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуйған БМО талаптары үтәлгән осраҡта ла булырға мөмкин ул.

Ғалимдарҙың ҡайһы берҙәре, хәүефтең етди булыуына баҫым яһап, энергия алыу маҡсатында таш күмерҙән тулыһынса баш тартырға саҡыра. Ә кем быны эшләмәй, атмосфераны бысратҡаны өсөн, түләргә тейеш була.

Әлегә был талаптарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге юҡ. Рим папаһы Франциск та ошо турала сығыш яһаны. Уның фекере буйынса, глобаль йылыныуға планетаның киләсәге хаҡында уйламаған, тиҙ генә байырға теләгән ҡомһоҙ кешеләр ғәйепле.

Беҙҙең йорт” емерелә, бынан тәүге нәүбәттә ярлы халыҡ зыян күрә. Үҙебеҙ йәшәгән “баҡса”ны тәртиптә тотоу һәм һаҡлау хаҡындағы Аллаһтың кешеләргә йөкмәткән әмеренә таянып, яуаплылыҡҡа саҡырам”,-тип белдерҙе понтифик.

Төп һорау ҡала: “баҡсабыҙҙы” һаҡлау һәм яңы альтернатив энергия сығанаҡтарына күсеү өсөн кем түләргә тейеш? Күптәр ошо йыл аҙағында Парижда үтәсәк БМО-ның климат үҙгәреүенә бәйле конференцияһында бөтә һорауҙарға ла яуап алырға өмөтләнә. Унда планетабыҙҙың барса илдәре өсөн аныҡ эш планы булған яңы глобаль килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.




Комментариев нет:

Отправить комментарий