четверг, 23 июля 2015 г.

Депардье милли именлеккә хәүеф тыуҙырамы?


Рәсәй гражданствоһын алған француз актеры Жерар Депардьеға Украинаға, хатта “Украина телерадиокиңлегенә” юл ябылыуы ихтимал. Был туралағы мәғлүмәтте 22 июлдә Украинаның мәҙәниәт министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Әлеге мәлдә министрлыҡта төҙөлгән сит илдәрҙең 567 мәҙәниәт хеҙмәткәренән торған исемлек Украинаның Именлек хеҙмәтенә, Милли именлек һәм оборона советына, Телевидение һәм радио тапшырыуҙары милли советына ебәрелгән. Был ведомстволар ошо шәхестәрҙең Украина именлеге һәм территориаль бөтөнлөгөнә хәүеф тыуҙырыу-тыуҙырмауын асыҡларға тейеш.

Украинала Ж.Депардьеның “ҡара исемлеккә” эләгеүе хаҡында тәүгеләрҙән булып француздарҙың “Ouest France” гәзите хәбәр итте. Депардьеның 2014 йылдың авгусында Рига кинофестивалендә “Мин Рәсәйҙе һәм Рәсәйҙең бер өлөшө булған Украинаны яратам” тигән һүҙҙәре быға сәбәпсе булғандыр, моғайын.


Комментариев нет:

Отправить комментарий