10
француз парламентарийы Ҡырымда булды.
Улар “ярымутрауҙағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре
менән күреп, халыҡ менән аралашырға
теләүҙәре” хаҡында белдерҙе.
Элекке
транспорт министры Тьерри Мариани
етәкселегендәге делегация, француз
властарының быны ғәйепкә алыуына
ҡарамаҫтан, Мәскәүҙән Симферополгә
осто. Депутаттарға визит өсөн бюджет
аҡсаларын сарыф итеүҙе, Ҡырымда парламент
исеменән сығыш яһауҙы тыйғандар.
“Франция-Рәсәй
диалогы” ассоциацияһы рәйесе лә булған
Мариани былай тине:
“Мин
бында килеүемә шатмын.” Ул Ҡырымды
Рәсәйгә ҡушыуға сәбәпсе булған
референдумды яҡлап сыҡты. Мариани фекере
буйынса, был ярымутрауға “Донбасс
сценарийынан ҡотолорға мөмкинлек
биргән.”
Референдум
2014 йылдың мартында булды. Украина һәм
Көнбайыш илдәренең күпселеге уны
законһыҙ тип иҫәпләй. ЕС һәм АҠШ Рәсәйгә
ҡаршы санкциялар индерҙе, улар Ҡырымда
туристик эшмәкәрлекте лә тыя.
Киев
һәм Брюссель “аннексияланған ярымутрауға”
француз парламентарийҙарының барыуын
ғәйепләп сыҡты. Ә Францияның сит ил
эштәр министры Лоран Фабиус был инициатива
уны шаҡ ҡатырыуы хаҡында белдерҙе һәм
уны халыҡ-ара хоҡуҡтарҙы боҙоу тип
атаны. Санкциялар индерелгәне бирле,
Көнбайыш Европа сәйәсмәндәренең Ҡырымға
был тәүге визиты.
Комментариев нет:
Отправить комментарий