Интернтта
мутлыҡ менән шөғөлләнеүселәр артҡандан-арта
бара. Киберһөжүмгә дусар булыуыңды
нисек аңларға, нисек һаҡланырға?-тип
һорай Париждан Элоиз.
Уға
компьютер именлеге буйынса белгес
Николя Арпажиан яуап бирә:
“Башланғыс
кимәлдәге һаҡланыу сараларын ҡулланырға
кәрәк. Билдәле, был осраҡта “файрвол”
тип аталған антивирустар ҡулланыу
зарур. Унан инде банктағы иҫәбегеҙгә
бик иғтибарлы булыу мөһим, һеҙҙең
санкциянан башҡа аҡса алынмағанмы
икәнлеген күҙәтеп торорға кәрәк,
компьютерыңды ла тикшереп тороу артыҡ
булмаҫ. Әгәр уғата яй эшләй икән, уға
кемдер тоташҡан. Әгәр тиҙлеге
кәмегән икән, тимәк һеҙҙән башҡа ла унда
кемдер үҙ шөғөлө менән мәшғүл.”
Хәҙер
Facebook, LinkedIn, Viadeo кеүек социаль селтәрҙәр
барлыҡҡа килде. Уларҙан һеҙҙең шәхси
мәғлүмәттәрҙе алырға мөмкин, һеҙҙең
башҡа кешеләр менән бәйләнештәрегеҙҙе
асыҡларға була. Социаль селтәрҙәр-
шәхесте узурпациялау өсөн шәп урын.
Кешеләрҙең башын бутап, һеҙҙең исемдән
хәбәрҙәр ебәрергә ниәтләгәндәр өсөн
файҙалы был. Һаҡ булырға, интернетта
итәгең-еңеңде йыйып йөрөргә кәрәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий