суббота, 25 июля 2015 г.

Барак Обаманың Кениялағы ғаиләһе уны ҡунаҡҡа көтә.


Барак Обаманың 2008 йылдағы һайлауҙа еңеүе Кения халҡын ифрат ҡыуандырғайны. Үҙҙәренең киләсәгенә лә был йоғонто яһар тип көттө ил халҡы, сөнки АҠШ президентының атаһы сығышы менән ошо илдән. Барак Обама үҙенең президентлыҡ срогы ваҡытында Африкаға 4 тапҡыр килһә лә, 6 йыл эсендә ул Найробиға тәүләп аяҡ баҫа.

Барак Обаманың Кенияла ауылда йәшәүсе туғандары президенттың үҙҙәренә килә алмауына эстәре боша:

Беҙҙең кәйеф ҡырылды. Малайыбыҙҙың үҙ йортона ҡайтыуын, өләсәһен күреүен теләгәйнек, ул саҡта беҙ донъялағы иң бәхетле кеше булыр инек,”-ти ҡасабала йәшәүсе ир.

Когело ауылы экватор янында, Виктория күленә яҡын урынлашҡан. Бында Америка президентының атаһы- өлкән Барак Обама ерләнгән. Ул 46 йәшендә автомобиль һәләкәтенә осрап үлгән. АҠШ президентының ата-әсәһе уға 2 генә йәш саҡта айырылған. Бынан һуң ул атаһы менән бер генә тапҡыр осрашҡан.

Обама Кениялағы туғандарына АҠШ сенаторы булған саҡта, 1987 һәм 2006 йылдарҙа килгән. Ул саҡта уның күп яҡындары ошонда йәшәгән. Улар араһында Сара Обама, президенттың олатаһының ҡатыны ла бар, уны Барак Обама “өләсәй” тип атай.

Сара Обама Барриҙың был юлы уға ни өсөн килмәгәнен эшенең күплеге һәм Кения президенты менән осрашырға тейешлеге менән аңлата.

Барак Обама президент һайлауҙарында еңгәндән һуң, Кения хөкүмәте Когелола һыу һәм электр энергияһын үткәрә. Әммә ҡасаба халҡы Америка хөкүмәтенең күберәк иғтибар бүленеүенә өмөтләнә.

Өмөтөбөҙ аҡланманы, ул президент булғас, беҙгә күберәк ярҙам итер тип көткәйнек. Тик бер нәмә лә үҙгәрмәне тиерлек. Оҙаҡламай Америка мәктәптәре һәм беҙҙең мәктәптәр араһында алмашыу программаһы эшләй башлар тип өмөтләнәбеҙ,”-тип һөйләй башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Барак Обама графигында Когелоға барыу планы булмаһа ла, ҡасаба халҡы барыбер уның килеренә өмөтләнә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий