Cицилияға
шәмбе көн ҡотҡарылған 1200 мигрант
килтерелгән.
Уларҙың
күбеһе- сүриәлеләр һәм Сахараның
көньяғындағы Африка илдәре вәкилдәре.
Уларҙы Урта диңгеҙҙә Ливия ярҙары
тирәһендә Норвегия һәм Ирландия караптары
күреп алған. Улар Евроберләшмәнең
“Тритон” мигранттарҙы
ҡотҡарыу операцияһы сиктәрендә эш алып
бара.
800
кеше Палермоға килеп төштө, ҡалғандары
Сицилияның порт ҡалаһы Поццаллоға
килтерелгән.
Миграция
буйынса халыҡ-ара ойошма мәғлүмәттәре шундай: ошо йылдағы 6 ай эсендә Европаға
диңгеҙ юлы менән 150 меңдән ашыу легаль
булмаған мигрант килгән, шуларҙың
яртыһы- Италияға, ҡалғандары- Грецияға.
Ливия
ярҙарына яҡын диңгеҙҙә 1900-ҙән ашыу кеше
һәләк булған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий