Полиция
шәмбе көн Анкарала, ҡаршылыҡ акцияһында
ҡатнашыусыларҙы ҡыуып таратыу өсөн,
йәш ағыҙыусы газ һәм һыу атҡыстар
ҡулланды. Бер нисә йөҙ кеше төрөк
армияһының Ираҡ төньяғында һәм Сүриәлә
үткәргән хәрби операцияһы менән бәйле
манифестацияға йыйылды.
Полиция
манифестацияла ҡатнашыусыларҙың юлын
бүлде һәм таралыуҙарын талап итте, сөнки
демонстрация үткәреүгә властарҙан
санкция алынмағайны.
Бер
нисә кеше ҡулға алынды.
Ирак
Курдстаны төньяғындағы Сөләймәниә
ҡалаһы урамдарына ла тиҫтәләрсә кеше
сыҡты. Улар ҡулында Курдстан эшселәр
фирҡәһе флагы ине.
Эрбилдә
лә ҡаршылыҡ манифестацияһы үтте. Унда
ҡатнашыусылар төрөктәргә ҡаршы лозунгылар
ҡысҡырҙы. Демонстрациялағы халыҡ төрөк
консуллығына үтергә маташты, әммә
полиция уларҙы үткәрмәне.
“Беҙ
уларға петиция ғына бирергә теләгәйнек.
Беҙҙең балаларыбыҙҙы үлтерәләр, еребеҙҙе
бомбаға тоталар, ә улар беҙҙе тыңларға
ла теләмәй. Был кешеләр юлда бер нисә
сәғәт булды, ә уларҙы кире борҙолар.”
Демонстрацияла
ҡатнашыусылар төрөк хөкүмәтен, курдтарға
һөжүм яһап, асылда ИДИЛ боевиктарын
яҡлауҙа ғәйепләй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий