вторник, 28 июля 2015 г.

Европа дипломатияһы башлығы Әр-Риядты хәүефләнмәҫкә саҡыра.


Европа дипломатияһы башлығы Федерика Могерини, Әр-Риядтың Иран ядро программаһы хаҡындағы килешеү һәм артабан санкцияларҙан баш тартыу менән бәйле хәүефен юҡҡа сығарыу өсөн, дүшәмбе көн Сәғүд Ғәрәбстанына килде. Шулай уҡ Таһран баш күтәргән хуситтарҙы яҡлаған Йәмәндәге хәлдәр хаҡында ла һөйләшеү буласаҡ.

Шәхсән үҙем бер фекерҙе һеҙгә еткерергә теләйем: был- ядро ҡоралын таратмау хаҡындағы килешеү, Ирандың киләһе 10-15 йыл эсендә ядро ҡоралына эйә булмаясағын гарантиялай ул, унда аныҡ рәүештә санкцияларҙан яйлап баш тартыу механизмы күрһәтелгән,”-тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Федерико Могерини.

Әр-Риядтан һуң, Могерини Таһранға барасаҡ, унда Иран ядро программаһының тыныс характерҙа ғына буласағын тәьмин итергә тейешле килешеүҙе тормошҡа ашырыу юлдары хаҡында һөйләшеү буласаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий