Күптән
түгел донъя күргән ИДИЛ боевиктарының
Сүриәләге һәм Ираҡтағы езидтарҙы,
курдтарҙы эҙәрлекләүе хаҡындағы
хәбәрҙәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышына ла
айырым урын бирелә. Уларҙы мыҫҡыл
иткәндәр, көсләп кейәүгә биргәндәр,
ҡоллоҡҡа һатҡандар. Шуға күрә был
общиналарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәрби
подразделениелары барлыҡҡа килеүе бер
ҙә ғәжәп түгел.
Алышһыҙ
баш бирергә, пассив һәм көсһөҙ ҡорбан
хәлендә ҡалырға теләмәйенсә, Сүриәләге
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ оборона отрядтары
ир-ат менән бер тиң алыша. Хасек
мухафазындағы күнекмәләр үткәреү
базаһында беҙҙең хәбәрсебеҙ булды.
“Отрядҡа
үҙ теләгем менән килдем,-ти 17 йәшлек
Дильбрин,-мин курдтарҙы, ғәрәптәрҙе,
христиандарҙы яҡларға теләйем- ғөмүмән,
бөтә милләттәрҙе, барса дин кешеләрен.
Мин илемде һәм уның өсөн алышҡандарҙың
барыһын да яҡлаясаҡмын.”
Подразделение
командиры Сәсәк һүҙҙәре буйынса, “ирҙәр
көс ярҙамында ғына алышһа, ҡатын-ҡыҙҙар
аҡыл менән, ентекле әҙерлек менән алдыра.
Ҡасан ҡорал, ҡасан хәйләкәрлек кәрәген
беҙ яҡшы беләбеҙ. Ҡатын-ҡыҙ асылы менән
һуғышҡа ҡаршы, тик беҙ үҙебеҙҙе яҡларға
мәжбүр. Беҙ ошо уй менән тыуғанбыҙ, ошо
уй менән бәлиғ булғанбыҙ.”
Ҡайһы
бер сығанаҡтар, Сүриә Курдстанының
ҡатын-ҡыҙҙар үҙ оборона отрядтарында
7-10 мең кеше бар, тип иҫәпләй. Курд киң
мәғлүмәт саралары таныуынса, ҡатын-ҡыҙ
отрядтары Кобани ҡалаһын һаҡлауҙа иҫ
киткес ҙур роль уйнаған.
“Өйҙә
ҡатын-ҡыҙҙар башҡа тормош менән йәшәй,-ти
18 йәшлек Зирина.-Хужалыҡ менән шөғөлләнәбеҙ,
үҙебеҙҙең тышҡы ҡиәфәтебеҙ хаҡында
ҡайғыртабыҙ. Әммә бында фронтта уның
ҡайғыһы юҡ. Бында беҙ, үҫмерлек осорон
ҡалдырып, күп нәмәне яҡшыраҡ аңлай
башлайбыҙ.”
Ҡатын
-ҡыҙҙарҙың Сүриә Курдстаны отрядтары
2014 йылдың авгусында Синджар тауында
ИДИЛ ҡамаған меңдәрсә езидтарҙы
ҡотҡарыуҙа ла ҡатнашҡан. Езид ҡатын-ҡыҙҙары
ла, Курдстан Эшселәр фирҡәһенең хәрби
ҡанатындағы ҡатын-ҡыҙҙар бригадалары
һымаҡ, үҙ частарын ойоштора башлаған.
Авторы: Сергей
Дубин
Комментариев нет:
Отправить комментарий