среда, 29 июля 2015 г.

Сүриәләге гуманитар хәлдәр- “донъя йәмәғәтселеге намыҫындағы тап.”


Сүриә баш күтәреүселәре илдең төньяҡ-көнбайышындағы хөкүмәт көстәре позицияларына масштаблы һөжүм алып бара. Унда бер нисә террористик төркөм: “Буйһондороусы армия” һәм “Әл-Ҡаиҙә”менән ассоциациялаштырылған “Нусра фронты.”

Боевиктар электр станцияһын һәм Сәл әл-Ғаб үҙәнендәге 16 объектты баҫып алыуы тураһында белдерҙе.

Илдең төньяҡ-көнсығышында иһә Сүриә армияһы һәм курд ополчениеһы ИДИЛ төркөмөнән Хасеке провинцияһының административ үҙәген азат итте.

Хөкүмәт көстәре, ҡораллы оппозиция һәм террористик төркөмдәр боевиктары араһында алыштар туҡтамай, шуға күрә Сүриәләге гуманитар хәлдәр хөртәйә бара.

Августа БМО дәүләт сәркәтибе урынбаҫары Стивен О‘Брайен Дамаскка барыуҙы планлаштыра. Уның маҡсаты- Сүриә властары менән мөмкин тиклем күберәк халыҡҡа ярҙам итеү саралары хаҡында һөйләшеү.

Мин шаңҡып ҡалдым һәм ифрат асыулымын,”-тип белдерҙе О‘Брайен БМО Именлек советы ултырышында. Дипломат әйтеүенсә, бөгөн донъяның төрлө мөйөштәрендә халыҡ ыҙа сигә һәм күп илдәргә гуманитар ярҙамға талап ителә, әммә тап Сүриә иң ҙур ярҙамға мохтаж. Килеп тыуған хәлде О‘Брайен“донъя йәмәғәтселеге намыҫындағы тап” тип атаны.

БМО мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн сүриәлеләрҙең 12 миллиондан ашыуына ярҙам кәрәк. Йыл башынан алып ил эсендә күсенергә мәжбүр булғандарҙың һаны 1 миллионға артҡан һәм 7,6 миллионға еткән. Халыҡҡа ярҙам итеүсе гуманитар хеҙмәткәрҙәр үҙҙәрен ҙур хәүеф аҫтына ҡуя.







Комментариев нет:

Отправить комментарий