четверг, 30 июля 2015 г.

Төркиә: Курдстан эшселәр фирҡәһенә ҡаршы кампания көсәйә.


Шишәмбенән шаршамбыға ҡараған төндә төрөк Хәрби һауа көстәре Ираҡтың төньяғындағы һәм Төркиәнең көньяҡ-көнсығышындағы Курдстан эшселәр фирҡәһе позицияларына яңы һөжүм яһаны. Авиация Курдстан эшселәр фирҡәһенә нигеҙ һалыусы һәм хәрби подразделениеларға етәкселек итеүсе Йәмил Байыҡ булған лагерҙы ла сәпкә алды.

Шаршамбы көн Төркиәнең көнсығышында Догубаязит районында Курдстан эшселәр фирҡәһенә ҡаршы ҡоро ер операцияһы башланды. Оппозиция лидеры Сәләхетдин Тимерташ, хәрби операцияның маҡсаты ИДИЛ менән көрәшеү түгел, Курдстан эшселәр фирҡәһен һәм Сүриәләге курд автономияһын юҡ итеү тип, хөкүмәтте ғәйепләне.

Парламентта сығыш яһап, Төркиә премьер-министры Әхмәт Дауыт улы оппозицияны тәнҡитләне һәм операцияны яҡланы:

Илдең киләсәге һәм демократия ҡыл өҫтөндә торғанда, аныҡ позицияһын күрһәтмәгән фирҡәләрҙең терроризмға ҡаршы операциялар хаҡында мәғлүмәт алырға хоҡуҡтары юҡ.(...) Штабтар, ҡорал һаҡлағыстар һәм беҙҙең сик буйындағы ИДИЛ төркөмдәре юҡ ителде.”

Көн элгәре Брюсселдә, НАТО штаб-фатиры алдында курд активистары ойошторған ҡаршылыҡ демонстрацияһы уҙҙы.

НАТО Төркиәгә хәрби операция үткәреү өсөн ризалығын бирҙе. НАТО буйынса союздаштары Анкараны Курдстан эшселәр фирҡәһе менән сәйәси диалогты дауам итергә саҡырҙы. Әммә һуңғы ваҡиғалар шуны күрһәтә: Төркиә хөкүмәте курд мәсьәләһен хәрби юл менән хәл итеүгә ышана.



Комментариев нет:

Отправить комментарий