пятница, 3 июля 2015 г.

Халыҡ-ара валюта фонды: Грецияға, моғайын, йәнә аҡса бирергә һәм бурыстарын ғәмәлдән сығарырға тура килер.


Халыҡ-ара валюта фонды фекере буйынса, Грецияға күберәк аҡса һәм бурыстарын ғәмәлдән сығарыу кәрәк булыуы ихтимал. Иҡтисады яй үҫешһә, ә структура реформалары тотҡарланһа, Греция бурыстарын түләй алмаясаҡ- Халыҡ-ара валюта фондының тәүге докладында шундай һығымталар бар.

Шаршамбыға ҡарай төндә 1,5 млрд евро күләмендәге түләүҙе Афина үткәреп ебәрҙе һәм ил һайлам дефолты хәлендә тороп ҡалды.

Ойошма иҫәбе буйынса, Грецияға, кәм тигәндә, 50 млрд евро талап ителәсәк, шуларҙың 36 млрд евроһы- Европа фондтарынан.

Халыҡ-ара валюта фонды фекеренсә, илдең эске тулайым продукты 1 проценттан кәмерәк булһа, Грецияның бурысы 30 йыл буйы 100% эске тулайым продукттан түбән төшмәйәсәк.


Халыҡ-ара валюта фонды бер нәмәгә генә асыҡлыҡ индермәне: халыҡ-ара кредиторҙарҙың ҡайһыһы- Европа Үҙәк банкымы әллә фонд үҙеме ул бурыстарҙы ғәмәлдән сығарырға тейеш.(Халыҡ-ара валюта фондын да индереп, дәүләт институттарына Греция 243 млрд евро ҡайтарырға бурыслы).

Комментариев нет:

Отправить комментарий