Сәғүд
принцы Әл-Вәлид бин Талал бин Әбделғәзиз
әл-Сәғүд бөтә милкен- 32 миллиард доллар-
хәйриә эшенә тотонасағын белдерҙе. Был
тарихтағы иң ҙур иғәнә. Киләһе йылдарҙа
60 йәшлек принц, донъяның иң бай кешеләренең
береһе, аҡсаларын хәйриә проекттарына
күсерәсәк. Аҡсаларҙы уның етәкселегендәге
попечителдәр советы бүләсәк.
Үҙенең
Twitter битендә ул Аллаһтың уға күпте
биреүен һәм ул бүләк менән башҡалар
менән бүлешергә теләүен белдерҙе.
Әйтеүенсә, был эшкә уны Gates Foundation фондын
булдырған Билл Гейтс рухландырған.
Гейтс принцтың ҡарарын хуплаған.
Принц
Әл-Вәлид былар хаҡында мөьмин мосолмандар
мохтаждар менән бүлешергә тейеш булған
изге Рамаҙан айында хәбәр итте.
Аҡсаларҙың
күп өлөшөн, уның һүҙҙәре буйынса, һәләкәт
эҙемтәләре менән шөғөлләнгән һәм
ҡатын-ҡыҙҙарҙың, йәштәрҙең хоҡуҡтарын
яҡлаған хәйриә ойошмалары аласаҡ.
Пирнцтың балалары- улар икәү- атаһының
ҡарарын ыңғай баһалаған.
Әл-Вәлид
үҙ милкен инвестиция проекттарында һәм
акциялар һатып алып туплаған. Ул капиталын
Apple, Twitter, Citibank, Four Seasons кеүек компания
һәм проекттарға һалған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий