Стамбулдағы төрөк манифестанттары, тәҙрәләрҙе ватып, погром ойоштороп, асыуҙарын Таиландтағы илселек бинаһына төшөрҙө. Таиланд властарының 100 самаһы уйғырҙы кире Ҡытайға оҙатырға ҡарар итеүе уларҙың асыуын ҡабартты. Был төрки халыҡ Ҡытайҙың Синьцзян-Уйғыр автономиялы районында көн итә һәм, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, Пекин тарафынан эҙәрлекләүҙәргә дусар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий