пятница, 10 июля 2015 г.

Испания: эҫелек янғын һүндереүселәргә ҡамасаулай.


Испанияның янғын һүндереүселәре ут менән көрәште дауам итә: урман янғындары илдең байтаҡ региондарында ҡоторона. Кесаҙнала Андалусияның көньяҡ өлкәһендә хәлдәр ҡырҡыулашты. 1800 гектар ер ялҡын эсендә, йөҙҙәрсә кеше эвакуацияланған.

Эҫе ҡоро көндәр янғын һүндереүселәрҙең эшен ҡатмарлаштыра- синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, ошо көндәрҙә температура Цельсий буйынса 42 градустан артып китеүе ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий