среда, 8 июля 2015 г.

Греция проблемаһы: Берлин, Рим, Мадрид кешеләре үҙ фекерен белдерә.


Халыҡ-ара өс кредитор гректарҙың бурыс көрсөгөн хәл итеүгә 4 көн бүлде. Йәкшәмбе ЕС саммитында Грециялағы хәлдәр төп тема буласаҡ.
Шаршамбы көн Афина властары реформаларҙың яңы планын 2 көн эсендә тапшырырға вәғәҙә биргәйне, билдәһеҙлек гректарҙың үҙҙәрен дә, Евросоюздағы башҡа ил кешеләрен дә борсой.

Илгә элекке юлына кире ҡайтырға кәрәк,-ти Греция баш ҡалаһында йәшәүсе ҡатын.-Тормошобоҙҙа элек ниндәйҙер тәртип бар ине. Нимә тиһең инде? Хәлдәр ҡырҡыу тора. Балаларыбыҙҙың киләсәге емерелде. Мин шулай уйлайым.”

Германия- Афинаның төп кредиторы- гректарҙың займ шарттарын үтәмәүен кире баһалай.

Германия гражданины булараҡ кире ҡайтарып алыу мөмкинлеге икеле булған урынға аҡса оҙатыуыбыҙ миңә оҡшамай, ә Греция был проблеманы хәл итеү яғында түгел. Был асыуҙы килтерә,”-ти Берлинда йәшәүсе ир.

Байтаҡ итальяндар ҙа шундай уҡ фекерҙә:

Гректарҙың бурыс мәсьәләһе беҙгә лә ҡағыла: уларға ярҙам итеү өсөн, беҙ аҡса бирергә тейеш. Аҙаҡ улар был бурысты ҡайтармаһа, беҙҙә лә ҙур проблемалар буласаҡ. Бер нәмәгә шик юҡ: беҙ кәрәкле юл менән бармайбыҙ. Урта диңгеҙ буйы илдәренең береһе лә дөрөҫ юл менән бармай, һәм был ҙур проблема.”

Ҡаты экономия сараларын үҙ елкәһендә татыған испандар гректарҙың хәлен яҡшыраҡ аңлай:

Әгәр Евроберләшмә уларҙың хәлен еңеләйтмәһә, улар түләй алмаясаҡ. Әгәр һеҙ ипотека кредиты алһағыҙ, аҡсағыҙ булмаһа, һеҙ уны түләй алмаясаҡһығыҙ. Ташлама яһамаһалар, һеҙ уны бер нисек тә түләй алмаясаҡһығыҙ. Был осраҡта ике яҡ та отола- кредит биреүсе лә, бурыслы әҙәм дә,”-ти испан ҡатыны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий