среда, 8 июля 2015 г.

Греция утрауҙары янында мигранттар тейәлгән карап батҡан.


Төркиәнән Евроберләшмә ярҙарына уҡталған легаль булмаған мигранттарҙың сираттағы тырышлығы Эгей диңгеҙендә фажиғә менән тамамланған. Шишәмбе көн төш ваҡытында уларҙы ташыған карап Грецияның Агатониси һәм Фармакониси утрауҙары араһында батҡан. 1 кеше һәләк булған, 11 тирәһе кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.

Греция һәм Төркиәнең яр буйы һағы 21 кешене ҡотҡарған. Суднола йәмғеһе 33-37 кеше булған. Ҡалғандарын төштән һуң һәм төндә эҙләгәндәр.

БМО мәғлүмәттәре буйынса, беренсе ярты йыллыҡта илдәрендәге конфликттан ҡасҡан 137 мең мигрант Урта диңгеҙ аша сыҡҡан. Уҙған йылдың ярты йылы менән сағыштырғанда был 83 процентҡа күберәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий