Төркиәлә
Ҡытай властары тарафынан Синьцзян-Уйғыр
автономиялы районында йәшәүсе уйғырҙарҙы
(этник төрөктәрҙе) ҡыҫырыҡлауға ҡаршы
акциялар үтте. Әле, мосолмандарҙың изге
Рамаҙан айы барған ваҡытта, уйғырҙарға
намаҙ уҡырға, ураҙа тоторға рөхсәт
итмәйҙәр. Был хәл Төркиә халҡының асыуын
ҡабартты. Манифестацияла ҡатнашыусылар
Ҡытай властарынан мосолмандарҙы
эҙәрлекләүҙе туҡтатыуҙы талап итте.
Уйғыр
йәмәғәт ойошмалары Ҡытайҙы репрессив
сәйәсәт алып барыуҙа, халыҡтың дини һәм
мәҙәни традицияларын юҡҡа сығарыуҙа
йыш ғәйепләй.
Асыулы
манифестанттарҙың һөжүменә ҡытайҙарҙың
магазин һәм ресторандары ғына түгел,
корейҙарҙың һәм япондарҙыҡы ла дусар
булды.
Ҡытайҙың
Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы
мосолмандарына баҫым яһауына ҡаршы
демонстрациялар Анкарала, Стамбулда,
Измирҙа үтте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий