Дүшәмбе
көн Венгрия парламенты ҡасаҡтарҙы ҡабул
итеү ҡағиҙәләрен ҡатыландырыуға
йүнәлтеүсе закон проектын раҫланы.
Ҡабул ителгән документ илдең көньяғындағы
Сербия сигендә һаҡлаусы кәртә тотоуҙы
күҙ уңында тота. Ике ил араһында оҙонлоғо
175 километрға һуҙылған 4 метрлыҡ стена
төҙөләсәк. Венгрияның Румыния һәм
Хорватия сигендә лә контроль ҡатыланасаҡ.
2014
йылдың уртаһынан алып Африка һәм Яҡын
Көнсығыш илдәренән яҡшыраҡ тормош эҙләп
Венгрияға юл тотоусылар һиҙелерлек
артҡан. 2015 йыл башынан алып был илдә
ҡасаҡ статусын 53 мең кеше алған, ә 2012
йылда улар һаны 2 меңдән саҡ ҡына күберәк
булған.
Европа
Союзы Венгрияның стена төҙөү планын
тәнҡитләп ҡабул итте. Будапешттың яуабы
шундай булды: Брюсселдең ЕС-та легаль
булмаған миграция мәсьәләһен хәл итеүен
улар көтөп тора алмай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий