воскресенье, 5 июля 2015 г.

Европа ҡалаларында Грецияны яҡлап демонстрациялар үтте.


Халыҡ-ара финанс институттарына һәм Брюссель чиновниктарына ҡаршы Грециялағы акцияларҙы яҡлап, Европа урамдарына байтаҡ халыҡ сыҡты. Лиссабонда, мәҫәлән, бер нисә йөҙ кеше, революцион йырҙар йырлап һәм гректарҙы киләһе референдумда “юҡ” тип әйтергә өндәп, Португалия баш ҡалаһының үҙәк урамдары буйлап үтте.

Мария Дуарте, демонстрацияла ҡатнашыусы:

Мин Греция халҡы менән теләктәшлегемде күрһәтер өсөн бында, сөнки улар беҙҙә булмаған ҡыйыулыҡты күрһәтте. Мин шуға өмөтләнәм...Юҡ, беҙгә инде өмөтләнер урын юҡ. Беҙҙең батырлыҡ етмәйәсәк.

Ныҡ тор,“Сириза”! Стамбул һинең менән !”-тип һөрән һала Төркиәнең иң ҙур ҡалаһында демонстрацияға сығыусылар. Ике йөҙ самаһы кеше, Греция халҡына теләктәшлеген белдерер өсөн, ошо илдең консуллығына килде.

Ифран Ҡайғыһыҙ, демонстрацияла ҡатнашыусы:

Империалистик ойошмалар һәм Европа дәүләттәре, көрсөктән файҙаланып, Грецияға ауыр йөк йөкмәтә. Был империалистарҙың маҡсаты- кешеләрҙе мөлкәтенән, граждандар һәм социаль хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү.”

Гректарҙы яҡлап, Дублин, Рим, Берлин, Париж һәм Европаның башҡа ҡалаларында ла демонстрациялар уҙҙы.








Комментариев нет:

Отправить комментарий