суббота, 4 июля 2015 г.

ГФР-ҙа йәнә шпион ғауғаһы: АҠШ журналистар артынан да күҙәткәнме?


Америка махсус хеҙмәттәренең ГФР етәкселеге һәм юғары вазифалағы немец чиновниктары артынан күҙәтеү ойоштороуы менән бәйле ғауға туҡтап өлгөрмәне, йәнә яңыһы башланды. “Шпигель” ҡарамағына эләккән яңы мәғлүмәттәр буйынса, журналистар һәм баҫманың редакцияһы- шпионлыҡ ҡорбандары.

Йома көн “Шпигель” дирекцияһы “разведка эшмәкәрлеге алып барыу һәм телефон бәйләнештәр сере хоҡуғын боҙоуға” шик тотоп, ГФР Генпрокуратураһына ялыу бирҙе.

Бер нәмәне йәһәтерәк асыҡларға тейешбеҙ: беҙ һуңғы көндәрҙә уҡыған хәбәрҙәр ысынбарлыҡҡа тап киләме әллә юҡмы,”-тип белдерҙе Германия сит ил эштәре министры Франк Вальтер Штайнмайер.

Кесе йома Берлиндағы АҠШ илсеһе Джон Эмерсон канцлер администрацияһына һөйләшеүгә саҡырылды. Осрашыу хаҡында ентекле материалдар бирелмәне.

Бынан алда шаршамбы көн немецтарҙың киң мәғлүмәт саралары, Wikileaks биргән документтарға һылтанып, АҠШ-тың Милли именлек агенствоһының ГФР канцлеры Ангела Меркелдең генә түгел, хөкүмәт ағзаларының һәм юғары вазифалы чиновниктар һәм сәйәсәмәндәрҙең дә телефондарын оҙаҡ йылдар буйы тыңлауын белдергәйне.

Финанс ведомствоһы башлығына айырым иғтибар бүленгән: Милли именлек агенствоһын ГФР-ҙың иҡтисади һәм валюта сәйәсәте, шулай уҡ илдең тышҡы сауҙа бәйләнештәре ҡыҙыҡһындырған.







Комментариев нет:

Отправить комментарий