среда, 19 августа 2015 г.

Халыҡты законһыҙ рәүештә ташыған 8 кеше ҡулға алынған.



Италияла иммигранттарҙы законһыҙ ташыуҙа һәм алдан ниәтләмәйенсә үлтереүҙә шик аҫтына алынған 8 кеше ҡулға алынған. Ҡулға алынғандар- Ливиянан 4 кеше, Марокконан- өсәү һәм 1 сүриәле- уҙған шәмбелә Сицилия боғаҙында ҡотҡарылғандар араһында булған. Ливия ярҙарында һәләкәткә осраған карапта 49 кешенең кәүҙәһе табылған. Уларҙы трюмға бикләгәндәр.
Италия полицияһы вәкиле һүҙҙәре буйынса, тығыҙ трюмға тиҫтәләрсә кеше бикләнгән.

Улар өҫкә сығырға маташып ҡараған, әммә енәйәтселәр, сығырға маташҡандарҙы туҡмап, быға юл ҡуймаған.

Иҫән ҡалғандар (300-ҙән ашыу кеше) һәм һәләк булғандарҙың кәүҙәләре Сицилияның Катания ҡалаһына килтерелгән. Миграция буйынса Халыҡ-ара ойошма мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан алып Урта диңгеҙҙә 2300-ҙән ашыу кеше һәләк булған.

Греция утрауҙарында хәлдәр көсөргәнешле: үткән аҙнала ғына бында 20 меңдән ашыу легаль булмаған мигрант килгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий