Грозныйҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә пляж асылған. Ул ирҙәрҙекенән 2 километр алыҫлыҡта, 3 метрлы стена менән бүленгән. Пляж яһалма Грозный диңгеҙе буйында урынлашҡан. Уны асыр алдынан, һыуын ҡоротоп, таҙартҡандар, ҡомдо һәм ҡабырсаҡтарҙы Каспий диңгеҙенән алып килгәндәр. Пляж майҙаны- 2,5 мең квадрат метр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий