Испанияла
июль башынан алып йолаға әүерелгән
йәйге фестивалдәр ваҡытында үгеҙҙәр 7
кешене һөҙөп үлтергән, шуларҙың дүртәүһе
үткән аҙна аҙағында һәләк булған. Был
турала Испания телевидениеһы хәбәр
итте.
Ғәҙәттә
хәтәр хәлдәр корридаға ҡәҙәр, үгеҙҙәр
менән урамдарҙа сабышҡанда була. Мәҫәлән,
шәмбе көн Пеньяфиель ҡасабаһында 36
йәшлек Хосе Альберто Пеньяс үлгән,
Наваррала 18 йәшлек егеттең ғүмере
өҙөлгән. Испанияның башҡа провинцияларында
ла шундай бәхетһеҙлектәр теркәлгән.
Испандарҙың
ҡуранан сығарылған үгеҙҙәрҙән ҡасыу
йолаһы “энсьерро”тип атала.
Комментариев нет:
Отправить комментарий