Венгрияла
популяр “Сигет” музыка фестивален
ойоштороусылар легаль булмаған
мигранттарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән
шәфҡәтлек акцияһы үткәрҙе. Акциянан
һуң, улар тамашасыларға палаткаларын
һәм йоҡо тоҡтарын ҡасаҡтарға бүләк
итергә тәҡдим итте. Форум ҡунаҡтарының
күбеһе был инициативаны хуплап ҡаршы
алды.
Легаль
булмаған мигранттар проблемаһы Венгрия
властары алдында ҡырҡыу тора. Көн һайын
был илгә 1,5 мең легаль булмаған мигрант
килә- күбеһе Сүриәнән һәм Афғанстандан.
Венгрияға улар Сербия аша үтеп инә,
артабан Германияға һәм ЕС-тың башҡа
илдәренә юл тота. Властар иҫәбе буйынса,
быйыл Венгрияға 100 мең мигрант үтеп ингән,
улар ярҙамға мохтаж.
Комментариев нет:
Отправить комментарий