Афина
баш ҡалаһының иң ҙур парктарының береһе
ҡасаҡтар лагерына әүерелде. Бер нисә
көн элек Афғанстандың ярты мең ҡасағы
бында палаткалар ҡорҙо. Күптәре-
ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар. Төркиәнән
Греция ярҙарына яртылаш емерек караптарҙа
килер өсөн, улар 1-3 мең доллар түләгән.
Күптәр Грецияны туҡталҡа итеп ҡарай,
сөнки яҡшы тормош эҙләп Германияға,
Франция йәки Англияға юлланырға иҫәп
тота.
Тәбиғи,
парктағы ҡасаҡтарҙың күршеләре асыулы.
Әлегә был проблеманан шулай сығырға
булғандар: Афинаның көнбайышында 10
көндә электры һәм һыуы булған лагерь
төҙөргә ниәтләйҙәр, хатта кондиционер
хаҡында ла уйлайҙар. Уның хаҡын хөкүмәт
һәм муниципалитет түләй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий