Халыҡ-ара йыһан станцияһының 44-се экспедицияһында ҡатнашыусылар орбитала үҙ ҡулдары менән үҫтергән салатты ашаны. “Ромэн” сортлы ҡыҙыл салат 8 июлдә туҡлыҡлы йәймәгә ултыртылғайны. Халыҡ-ара йыһан станцияһында үҫемлектәр менән тәжрибәләр 2002 йылдан бирле үткәрелә, әммә ошоғаса улар фәҡәт фәнни маҡсаттан сығып үҫтерелде. Хәҙер иһә йыһан оранжереяһындағы йәшелсәләр һәм үләндәр туҡланыуға китәсәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий