вторник, 11 августа 2015 г.

Японияла “Фукусима”нан һуң тәүге тапҡыр атом реакторы эшләй башланы.


2011 йылдың яҙындағы “Фукусима-1” АЭС-ындағы һәләкәттән һуң, Япония энергетиктары атом электростанцияһын ҡайтанан эшкә ебәрҙе- шишәмбегә ҡаршы төндә Кюсю утрауындағы “Сэндай” АЭС-ы эш башланы. Әле беренсе энергблок эшкә тотондо, әммә бер нисә көндән станция бөтә ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ.

АЭС-тың ҡайтанан эшләй башлауына халыҡ ҡаршы. Япония властары аңлатыуынса, тыныс атомға кире ҡайтыу ситтән яғыулыҡ индереүҙе кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Тик ҡаршылыҡ акцияһына сығыусылар өсөн был аргумент түгел:

Реакторҙы туҡтатырҙар тигән өмөттәмен. Кешеләрҙең ғүмере һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау иҡтисадтан мөһимерәк.”

Властар һөйләгән АЭС-тың яңы эш стандарттары, ер тетрәүҙәр йәки цунами була ҡалһа, именлек планкаһын бик аҙ ғына күтәрә. Асылда проекттың кәмселектәре күп.”

Ошоғаса Япониялағы 48 атом реакторының барыһы ла тик торҙо- “Фукусима”лағы һәләкәттән һуң, уларҙы берәм-берәм туҡтаттылар. Йәмәғәтселектең ҡаты тәнҡитенә ҡарамаҫтан, ентекле тикшереүҙәрҙән һәм станцияларҙы яңы именлек системалары менән йыһазландырғандан һуң, 25 АЭС-ты ҡайтанан эшкә ебәрергә ниәтләйҙәр.


Комментариев нет:

Отправить комментарий