понедельник, 10 августа 2015 г.

Сингапурҙың Малайзиянан бүленеп сығыуына ярты быуат үткән.


2 мең артист, 180 арба, самолеттар һәм хәрби караптар Сингапурҙың Малайзиянан айырылыуына ярты быуат үтеү тантанаһын биҙәне.

Беҙ артта ҡалған илдән донъяның иң алдынғы дәүләтенә әйләндек,”-тип белдерҙе республика премьер-министры Ли Сянь Лун.

Бөгөн Сингапур Азияның иң алға киткән иҡтисады иҫәпләнә.

Тантананы 250 мең тамашасы, шулай уҡ төрлө дәүләттәрҙең етәкселәре һәм юғары пост билгән вәкилдәре күҙәтте. Федерация Советы вице-спикеры Рәсәй вәкиле ине.

Тантана барышында 91-се йәшендә мартта вафат булған Сингапурға нигеҙ һалыусы Ли Куан Ю хөрмәтләп иҫкә алынды. Уның “башҡаларға үрнәк булырлыҡ күп милләтле дәүләт төҙөү” маҡсаты хаҡында күптәр хәтергә төшөрҙө.

Байрам айҡанлы Сингапур өсөн бығаса күрелмәгән 4 көнлөк ял иғлан ителде.


Комментариев нет:

Отправить комментарий