Нагасакиҙың
бер нисә йөҙ кешеһе, шул иҫәптән атом
бомбаһы ҡорбандарының яҡындары,
премьер-министрҙың Япония Конституцияһының
пацифистик характерын үҙгәртергә
ниәтләүенә ҡаршы булыуҙарын белдерер
өсөн, йәкшәмбе көн урамдарға сыҡты.
Илдең
төп законы 1947 йылдың 3 майында үҙ көсөнә
ингәйне. Уның 9-сы статьяһында Япония
халыҡ-ара конфликттарҙы хәл итеүҙә
һуғыштарҙан һәм үҙ армияһынан баш тарта.
“Конституцияның
9-сы статьяһы ғәмәлдән сығарылһа, Япония
йәнә һуғыша башлаясаҡ һәм ғәйепһеҙ
кешеләргә ҡарата агрессив сәйәсәт алып
барасаҡ. Беҙ быға юл ҡуйырға тейкш
түгел!”-ти манифестацияла ҡатнашыусы
ҡатын.
“Барыһы
ла белә: һуғыштан һуң Японияның пацифизмды
һайлауы дөрөҫ ҡарар ине,-тип өҫтәй Токио
университеты профессоры Мэйдзи,-бөгөн
мин Нагасакиға шуға ныҡлы инанып килдем”.
Премьер
Синдзо Абэның яҡын аралағы төп маҡсаты-
төп законға үҙгәрештәр индереү өсөн,
ике палата депутаттарының да өстән ике
өлөшө тауыштарын биреүҙе талап иткән
Конституцияның 96-сы статьяһына төҙәтмә
индереү. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, ул
саҡта 9-сы “тыныслыҡ” статьяһын ҡайтанан
ҡарауға тауыштарҙың ябай күпселеге
генә кәрәк буласаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий