воскресенье, 9 августа 2015 г.

Европала курдтарҙың демонстрацияһы.


Шәмбе көн Париж, Брюссель, Берлин, Кельндә, төрөк армияһының Сүриәләге һәм Ираҡтағы Курдстан Эшселәр фирҡәһе позицияларын бомбаға тотоуын туҡтатыуҙы талап итеп, курдтар һәм курдтар яҡлы ойошмалар ойошторған демонстрациялар үтте.

Йөҙҙәрсә курд француз баш ҡалаһы урамдарына сыҡты. Париждағы Курдстан Демократик советы вәкиле былай тип белдерҙе:

Төркиә үҙенең курдтарға ҡаршы сәйәсәтен үҙгәртергә, туҡтатырға тейеш, сөнки уның артында регионда булған “Ислам дәүләте” кеүек башҡа хәүефтәр йәшеренеп тора. Был сәйәсәт Яҡын Көнсығыштағы тыныслыҡ, Төркиәләге тыныслыҡ, Төркиәлә йәшәүсе бар халыҡтар өсөн тормоз булып тора.”

Берлиндағы демонстрацияла ла халыҡ унан кәм булманы. Унда ҡатнашыусылар халыҡ-ара йәмәғәтселекте курдтарға ҡарата көс ҡулланған Төркиәне был эшенән дүндерергә саҡырҙы.

Беҙ Төркиә һәм курдтар араһында һуғыш булыуын теләмәйбеҙ. Беҙ һуғыш теләмәйбеҙ, бына шуның өсөн беҙ бында,”-ти демонстрацияла ҡатнашыусы ҡатын.

Кельндә 5 мең самаһы курд демонстрацияға сыҡты. Улар Төркиә етәкселеген Курдстан Эшселәр фирҡәһе менән 2013 йылдан бирле үтәлеп килгән тыныслыҡ килешеүен боҙоуҙа ғәйепләне.


Комментариев нет:

Отправить комментарий