Ҡасаҡтар
мәсьәләһен беҙҙең менән хәл итергә
теләмәһәгеҙ, беҙ уны һеҙҙең аҡсаға хәл
итәсәкбеҙ- ошондайыраҡ мәғәнәләге
белдереү менән Греция премьер-министры
Алексис Ципрас Евроберләшмәгә мөрәжәғәт
итте.
Афина
саң ҡаға: июль айында ғына, ҡасаҡтар эше
буйынса БМО агенствоһы мәғлүмәттәре
буйынса, Греция утрауҙарына 50 мең мигрант
килгән, ә был иһә, уҙған бөтә йыл менән
сағыштырғанда, 9 меңгә күберәк.
“Бөтә
Европа кимәлендә килешеү төҙөлмәһә һәм
һиҙелерлек ярҙам булмаһа, был хәлдән
сығыу ҡатмарлана барасаҡ,”-тип белдерҙе
Ципрас.
Иммиграция
проблемаһы буйынса ашығыс рәүештә
йыйылған хөкүмәт ултырышында ул шуны
һыҙыҡ өҫтөнә алды: был ҡәҙәр мигранттар
ағымы өсөн Грецияның тейешле
инфраструктураһы юҡ, әммә ул уны төҙөү
эшен тиҙләтергә тырышасаҡ һәм ошо
маҡсатҡа ЕС фонды аҡсалары тотоналасаҡ.
Греция
утрауҙары легаль булмаған мигранттарҙы
шул яғы менән ылыҡтыра: Италиянан
айырмалы рәүештә яр буйында уларҙы
миграция хеҙмәткәрҙәре гел генә көтөп
тормай, шуға күрә һис бер тотҡарлыҡһыҙ
артабан юл тоторға мөмкин.
Комментариев нет:
Отправить комментарий