пятница, 7 августа 2015 г.

Рәсәйҙә санкцияға эләккән аҙыҡ-түлекте юҡ итә башланылар.


6 августа Рәсәйҙә президент В Путин указы буйынса аҙыҡ-түлек эмбаргоһына ҡарамаҫтан илгә килеп эләккән аҙыҡ-түлекте юҡ итеү башланды. Мәҫәлән, Белгородта санкцияға эләккән 10 тонна сит ил сыры юҡ ителгән. Шул рәүешле Рәсәй илдең юридик һәм физик шәхестәренә ҡаршы иҡтисади санкциялар индергән дәүләттәргә яуап бирҙе- бер йыл элек ул илдәрҙән байтаҡ продукттар индереү тыйылғайны.

Рәсәй граждандары аҙыҡ-түлекте юҡ итеүгә нисек ҡарай?

Александр:
Аҙыҡ-түлекте яндырғансы, уны файҙаланырға кәрәк, тип уйлайым.”

Оло йәштәге үткенсе:
Юҡ итеүҙәре, бәлки, һәйбәттер ҙә. Ярамаған ашанты булыуы ла ихтимал бит.”

Ҡайһы бер күҙәтеүселәрҙең фекере буйынса, ололар аҙыҡ-түлек ҡытлығын яҡшы хәтерләгән илдә ашантыны юҡ итеү халыҡты ҡыуандырмаясаҡ.

Политолог Екатерина Шульман:
Бер нисә быуын аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ кисерҙе йәки ҡайһы бер продукттарҙың юҡлығын күрҙе. Ниндәйҙер кимәлдә был һәр быуын һайын ҡабатланып торҙо. Аслыҡ булмаһа ла, дефицит һиҙелде. Илдә аҙыҡ-түлектең баһаһы ҙур.”

Росстат мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй халҡының 16 проценты ауырлыҡ менән көн күрә, йәғни килеме 9 мең 660 меңдән артмай, йыш ҡына унан да түбән.


Конфискацияланған аҙыҡты ярлыларға таратыуҙы талап иткән петиция аҫтына аҙна эсендә 300 мең кеше ҡултамғаһын ҡуйҙы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий