четверг, 13 августа 2015 г.

Германия ҡасаҡтарҙы урынлаштырыу проблемаһын нисек хәл итә?


Легалләштереүҙе көткән яңы килгән мигранттарға ҡайҙа йәшәргә? Германиялағы был мәсьәләне бына нисек хәл итәләр: кешеләр яҡшы йыһазландырылған йыйылма модулдәрҙә көн күрә, нормаль томош өсөн бында уларҙың бөтә нәмәһе лә бар.

Кельндән алыҫ түгел Керпен-Манхайм ҡалаһы бар. Күп йорттар бында буш тора. 2022 йылда ҡала районында күмер етештерә башлаясаҡтар, был иһә халыҡтың барсаһын да күсеп китергә мәжбүр иткән. Буш торған шундай йорттарҙың ҡайһы берҙәренә мигранттарҙы урынлаштыралар.

Бында мин үҙемде бик яҡшы тоям,-тип һөйләй серб иммигранты.-Күршеләремдең булыу-булмауы мине борсомай. Бында мин үҙемде хәүефһеҙ тоям. Урамда ҡунырға кәрәкмәй, йоҡлар урыным бар. Мин быларҙың барыһы өсөн дә рәхмәтлемен. Ғаиләм менән тыныс йәшәү алыуыма һөйөнәм.”

Чехтарҙың Touax компанияһы модулле төҙөлөшкә махсуслашҡан. Һуңғы ваҡыт уның продукцияһына (2-4 кеше йәшәрлек модулдәргә) Германияла һорау ҙур.

Бер йылда беҙ 75 мең квадрат метр тирәһе майҙан етештерә алабыҙ,-ти компанияның маркетинг буйынса директоры Ян Петер.-Ә Гамбург ҡалаһы үҙе генә лә ҡасаҡтар өсөн 60 мең квадрат метр торлаҡ әҙерләүҙе күҙ уңында тота.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий