пятница, 14 августа 2015 г.

Ер халыҡтары ошо йылдың бөтә ресурстарын “ашап” бөткән.


Экологик бурыс көнөн быйыл 13 августа билдәләйҙәр. Ер бер йыл эсендә бирергә һәләтле ресурс күләмен кешеләр ҡулланып бөткәндән һуң тыуа ул. Ҡалған 4,5 айҙа Ерҙә йәшәүселәр планета ресустарын “кредитҡа ала.”

Ҡулланыу тиҙлеге йылдан-йыл арта, шуға күрә Экологик бурыс көнө барған һайын иртәрәк тыуа: 2014 йылда ул 19 авгусҡа тура килгән, 2000 йылда- октябргә.

Датаны экологик эҙ Глобаль селтәре билдәләй.(GFN).

Экологтар киҫәтә: әгәр экоэҙ элекке кимәлдә ҡалһа, 15 йылдан кешелеккә Ер кеүек ике планетаның ресурсы кәрәк буласаҡ.

ТАСС хәбәр итеүенсә, биоһыйҙырыш ресурстарын тәьмин иткән тәбиғи байлыҡтары арҡаһында, Рәсәйҙең хәле апарыу һәйбәт. Әммә рәсәйлеләр, уртаса планета менән сағыштырғанда, һиҙелерлек экологик эҙ ҡалдыра.

Тәбиғәтте һаҡлайыҡ, йәмәғәт!!! Ер байлыҡтары төпһөҙ түгел!!!


Комментариев нет:

Отправить комментарий