Афина
властары Урта диңгеҙҙәге Греция
утрауҙарына бер нисә паром ебәрҙе, унда
ла, Косалағы һымаҡ, меңдәрсә мигрант
йыйылып киткән. Тәүге нәүбәттә улар
ваҡытлыса йәшәү урыны ролен үтәйәсәк-
ҡоро ерҙә урын етмәй хәҙер.
Шишәмбе
һәм кесаҙна көн полиция һәм теркәлеүҙе
көтөү өсөн стадионға ҡыуып индерелгән
мигранттар араһында бәрелеш булды. Ул
саҡта, материкка күсереү өсөн, ваҡытлыса
мең документ бирергә ҡарар ителде.
“Германия,
Германия. Мин Германияға китәм,-ти
Сүрәнән бер ҡасаҡ.-Мин бик бәхетле.
Греция, рәхмәт документтар өсөн- улар
менән мин хәҙер Германияға юл тотасаҡмын.
Рәхмәт.”
Урында
йәшәүсе ҡайһы бер кешеләр һәм ваҡ
предприятие хужалары мигранттарҙың
туристарҙы ҡурҡытыуына һәм бизнесҡа
ҡамасаулауына зарлана- йыл буйы көн
итергә мөмкинлек биргән сезондың иң
ҡыҙыу мәле бит был.
Туристар
араһында ла ризаһыҙлыҡ белдереүселәр
бар, тик мигранттарға ярҙам итеүселәр
ҙә табыла, улар мигранттарҙы кейем менән
тәьмин итә.
Бындағы
хәлдәргә мигранттар үҙҙәре лә шат түгел:
“Ни
өсөн беҙ ошолай йәшәргә тейеш?-ти Сүриәнән
Имад-Ниндәй айырма бар беҙҙең арала?
Һис бер айырма юҡ, барыбыҙ ҙа
кешеләр.”
Рәсми
мәғлүмәттәр буйынса, мигранттар Кос
утрауының дүрттән бер өлөшөн тәшкил
итә: туристарҙан тыш, ошонда
йәшәүсе 30 мең кешегә 7 мең мигрант тура килә.
Быйыл
Грецияға 140 мең мигрант килгән, шуларҙың
50 меңе июлдә. Иҡтисади көрсөк хәлендәге
ил өсөн күтәргеһеҙ йөк был.
Авторы: Сергей
Дубин
Комментариев нет:
Отправить комментарий