суббота, 15 августа 2015 г.

Абэ: Икенсе донъя һуғышы өсөн ғәфү үтенеү етер.


Япония премьер-министры Синдзо Абэ Икенсе донъя һуғышы ваҡытындағы капитуляцияға 70 йыл тулыу айҡанлы үҙенең телмәрендә Японияның ғәйепһеҙ кешеләргә “иҫ киткес зыян һәм ыҙалар” килтереүен таныны. Уның һүҙҙәре буйынса, Япония бер нисә тапҡыр быға тәрән үкенес белдергән.

Шул уҡ ваҡытта, Япония премьеры фекере буйынса, һуғышты күрмәгән быуындар артабан да ғәфү үтенергә тейеш түгел.

Синдзо Абэ:
Беҙ һуғыш менән бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡтары булмаған балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә, киләһе быуындарға ғәфү үтенергә юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ.”

Абэның “кешеләрҙең ыҙаланыуы” хаҡындағы һүҙҙәре һуғыш ваҡытында намыҫтары тапалған ҡатын-ҡыҙҙарға- “енси ҡолдарға” ла ҡағыла. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Япония һалдаттары өсөн төҙөлгән фәхешханаларға башлыса Азия илдәренән, Корея һәм Ҡытайҙан, 200 мең ҡатын-ҡыҙҙы көсләп алып барып тыҡҡандар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий