воскресенье, 16 августа 2015 г.

Пассажир борамы ҡасаҡтар йортона әйләнде.


Грецияның Кос утрауында пассажир борамы ваҡытлыса Сүриә ҡасаҡтары йортона әүерелде. Карап 2500 кешегә иҫәпләнгән. Бынан алда легаль булмаған мигранттарҙы футбол майҙанына урынлаштырғайнылар. Үҙ халҡы 30 мең кеше булған шифаханалар утрауы властары үткән аҙнала 7 мең сүриәлегә документ тапшырҙы.

Греция яҡын арала 16 мең мигрантты Евроберләшмәнең башҡа дәүләттәренә күсереү планын әҙерләйәсәк.

Шәмбе көн Кос утрауында мигранттар һуғышып киткән: Ираҡ, Афғанстан һәм Пакистан ҡасаҡтары сүриәлеләргә һөжүм иткән. Полиция, тәртипһеҙлек ҡуйырып китеүҙән ҡурҡып, был эшкә ҡыҫылмаҫҡа булмаған. Бынан алда утрауға өҫтәмә полиция подразделениелары ебәрелгәйне.

Еврокомиссия иҫәбе буйынса, йыл башынан алып Урта диңгеҙ аша ЕС илдәренә 200 мең самаһы мигрант килгән. Миграция мәсьәләләрен хәл итеү өсөн, ошо аҙна башында Еврокомиссия Грецияға 474 млн евро бүлергә ҡарар итте.


Комментариев нет:

Отправка комментария