четверг, 27 августа 2015 г.

Аҡ йорт ҡорал хаҡындағы реформа үткәреү яҡлы.


Шаршамбылағы брифингыла Аҡ йорт вәкиле Джош Эрнест, Американың Монета ҡалаһында журналистарҙы үлтереү атыу ҡоралдарын йөрөтөүгә ҡағылған закондар реформаһы кәрәклеген раҫланы, тип белдерҙе.


Ҡорал ҡулланып көс ҡулланыуҙың йәнә бер миҫалы был; АҠШ-та һәр ерҙә: бәләкәй ҡалаларҙа ла, ҙур ҡалаларҙа ла ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара ул. Илдәге бындай көс ҡулланыуҙарға сик ҡуйырҙай бер ниндәй закон проекты ла юҡ. Ҡорал ярҙамындағы көс ҡулланыуҙарҙы кәметеүгә Конгресс йоғонто яһай алырҙай аҡыллы аҙымдар бар,”-тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Аҡ йорт вәкиле.

Комментариев нет:

Отправить комментарий