1
сентябргә ҡәҙәр Украинаның көнсығышында
утҡа тотоуҙар туҡталылырға тейеш-
Минскиҙағы өс яҡлы контакт төркөмөндә
ҡатнашыусылар шундай килешеүгә килде.
Украиналағы ОБСЕ-ның махсус вәкиле
Мартин Сайдик күҙәтеүселәрҙең 1 сентябрҙә
килешеүҙең нисек үтәлешен тикшерәсәген
әйтеп үтте:
—Утты
туҡтатыу режимын боҙоуҙарҙың йышайыуына
һәм Украинаның көнсығышында хәлдәрҙең
хөртәйеүенә үтә лә хәүефләнеүебеҙҙе
белдерәм.
Бынан
тыш Донбасстың айырым статусы хаҡында ла һүҙ сыҡты. Мәсьәләне хәл итеү буйынса
фекер алышыуҙар булды, әммә уны хәл
итеүгә әле йыраҡ.
—1
сентябҙә утҡа тотоуҙарҙы тулыһынса
туҡтатырға тигән аҡыллы фекер яңғыраны.
Тәҡдимде барыһы ла хуп күрҙе. 1 сентябрҙә
атыштар туҡталыр тигән өмөт бар,-тип
хәбәр итте ЛХР вәкиле Владислав Дейнего.
Европа
кимәлендә лә Украина конфликтын хәл
итеү тураһында уйлайҙар. Украина
президенты Петр Порошеко бөгөн Брюсселдә
Еврокомиссия рәйесе Жан-Клод Юнкер
менән осрашасаҡ. Дүшәмбе көн ул Германия
һәм Франция лидерҙары Ангела Меркель
һәм Франсуа Олланд менән һөйләшеүҙәр
үткәрҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий