суббота, 29 августа 2015 г.

Будапешт ҡалаһында йөк машинаһында һәләк булған ҡасаҡтарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар.


Йома көн кис Будапешт халҡы һәм Көнсығыш тимер юлы тирәһендә урынлашҡан мигранттар Австрия- Венгрия сигенән алыҫ түгел йөк машинаһында үле килеш табылған ҡасаҡтарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.

Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, мигранттарҙың үлеүенә 2 көн үткән.

Будапештта йәшәүсе һөйләй:

 “Был ҡот осҡос. Ҡот осҡос ул хәлде һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Бының өсөн күптәр яуаплы. Урта диңгеҙҙә генә караптар батып, Урта диңгеҙҙә генә кешеләр үлмәй. Венгрияла ул кешеләр өсөн йөк машиналарында ла хәүеф бар. Кешеләрҙең барыһы ла бер тигеҙ, беҙ нимә лә булһа эшләргә тейеш.”

Фажиғә һөҙөмтәһендә 71 кеше һәләк булған. Һәләк булғандарҙың кәүҙәләрен, уларҙы сүриәлеләр тип уйлайҙар, Австрия көсығышында юл ситенә ҡуйылған йөк машинаһында тапҡандар. Ҡорбандар араһында 4 бала һәм 8 ҡатын да бар. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, улар тонсоғоп үлгән.

Венгрияла был енәйәт эше буйынса 3 кеше ҡулға алынған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий