воскресенье, 30 августа 2015 г.

Европа ҡасаҡтарҙы ҡотҡара һәм ҡабул итә, әммә барыһын да түгел.


Италияның Сицилия утрауына йәнә 683 ҡасаҡты килтергәндәр, уларҙы Урта диңгеҙҙәге бәләкәй кәмәләрҙән яр буйы һағы йыйып алған. Сицилияның Мессина портына бер нисә һәләк булған пассажирҙың кәүҙәһен дә килтергәндәр.

БМО мәғлүмәттәре буйынса, Урта диңгеҙ аша 300 мең ҡасаҡ йөҙөп сыҡҡан, улар Яҡын Көнсығыштан һәм Африканың тропик райондарынан ҡаса. Меңдәрсәһе һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған. 200 меңдән ашыуы Грецияға барып етә алған, 100 мең самаһы- Италияға. Ҡайһы илдә улар һыйыныу урыны табыр икән?

...Бәлки, Норвегияла, бәлки, Германияла йәки Австрияла,-ти ҡасаҡтарҙың береһе.-Беҙ үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ! Беҙ Сүриәнән, ә унда проблемалар бик күп. Мин Дериктан- ҡалам минең шулай атала. Сүриәләге хәлдәрҙе беләһегеҙ бит инде!..”

Поездар көн һайын һуғыш һәм конфликттарҙан ҡасҡан бер нисә мең кешене төньяҡҡа алып китә. “Посейдон” операцияһы сиктәрендә ЕС Швецияның һәм Норегияның караптарын файҙалана.

Ливия властары өс кешене ҡулға алған, уларҙы законһыҙ рәүештә ҡасаҡтарҙы ташыуҙа ғәйепләйҙәр- уҙған кесе йома 200 пассажир менән шыплап тултырылған кәмә батҡан.


Комментариев нет:

Отправить комментарий