воскресенье, 30 августа 2015 г.

Нәби Салих ауылында тормошҡа ашмаған ҡулға алыу.


Иордандың Көнбайыш ярында Израиль һалдатының ҡулы гипсланған 12 йәшлек фәләстин малайын ҡулға алырға маташыуы уңышһыҙлыҡҡа осраған. Хәбәр итеүҙәренсә, баланы ҡаршылыҡ акцияһы ваҡытында Израиль һалдаттарына таштар атҡан өсөн ҡулға алырға уйлағандар. Малайға ярҙамға фәләстин ҡатын-ҡыҙҙары һәм бер ҡыҙ ярҙамға килгән. Көрмәкләшкән саҡта, һалдат еңелсә яраланған.

Ярҙамға ташланған ал футболкалы ҡыҙҙы 13 йәшлек Ахед Тамими, тип уйлайҙар, уның ата-әсәһе- билдәле фәләстин активистары. Израиль хәрбиҙәре менән алышты һүрәтләгән шундай видеоларҙа Тамими йыш күренә. Ҡыйыулығы өсөн, бер нисә йыл элек Төркиә Тамимиға награда тапшырҙы.

Һуңғы ваҡиға фәләстиндар йәшәгән Нәби Сәлих ауылында булған. Һәр йома һайын бында күршеләге йәһүдтәр йәшәгән Халамиш халҡы тарафынан ерҙәрен тартып алыуға ҡаршы акциялар булып тора. Израиль армияһы хәүефһеҙлек маҡсаттарында Нәби Салих ауылы халҡына йәһүдтәргә яҡынлашырға юл ҡуймай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий