понедельник, 31 августа 2015 г.

Париж ҡасаҡтарҙы ҡабул итергә теләмәгән ЕС илдәрен тәнҡитләй.


Париж Европаға килгән мигранттарҙы ҡабул итергә теләмәгән ҡайһы бер Европа илдәренә асыуын һәм ризаһыҙлығын белдерҙе. Францияның тышҡы сәйәсәт ведомствоһы башлығы Лоран Фабиус журналистар менән көрсөккә ҡарата үҙ фекере менән уртаҡлашты. Тәнҡит уты күберәк Сербия сигенә сәнскеле тимер сыбыҡтарҙан кәртә ҡороп ҡуйған Венгрияға яуҙы.

Европаның, айырыуса Көнсығыш Европа илдәренең, мигранттарҙы ҡабул итергә теләмәүе лайыҡлы эш түгел”,-тине Фабиус.

Ә Венгрияға килгәндә, министр былай тип белдерҙе:

Венгрия- Европаның бер өлөшө. Европаның үҙ ҡиммәттәре бар...Кәртәләр ҡороп ҡуйғас, был ҡиммәттәргә кем хөрмәт менән ҡараһын...”

Европа комиссияһы ҡасаҡтарҙы ЕС илдәренә бүлеү яғында тора, шул рәүешле мигранттар тәүләп аяҡ баҫҡан Италиялағы һәм Грециялағы хәлдәрҙе йомшартырға мөмкин булыр ине. Былар барыһы ла ихтыяри нигеҙҙә эшләнергә тейеш. Әммә шул уҡ Венгрия, уның менән рәттән Австрия, Словакия һәм Словения был башланғысты тулыһынса яҡламай.

Ҡарарҙарҙың оҙаҡ ҡабул ителеүе өсөн, Европаны ғәйепләй алабыҙ. Был, ысынлап та, шулай. Беҙ ҡағыҙҙа ҡарар ҡабул итәбеҙ, ә бит уларҙы ҡабул итергә генә түгел, кисекмәҫтән үтәй башларға ла кәрәк,”-тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Фабиус.

ЕС-тың сиктәрҙе һаҡлау буйынса Frontex (“Фронтекс”) агенствоһы мәғлүмәттәре буйынса, ошо йылдың ғинуарынан июленә ҡәҙәр Европаға легаль булмаған 340 мең мигрант килгән. Үткән йыл менән сағыштырғанда, был 175 процентҡа күберәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий